3 декабрь, Шәмбе

29 июль 2009 йыл, 16:20

1 августан пенсиялар арта

автор: Марият Артюхова

Рәсәйҙә 1 августан хеҙмәт пенсияһының страховка өлөшө 7,5 процентҡа күтәрелә. Башҡортостанда был артыу 943 меңдән ашыу пенсионерға ҡағыла.

Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был инде йыл башынан алып пенсияны өсөнсө тапҡырына арттырыу. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, беренсе индексация 1 мартта үткәйне — хеҙмәт пенсияһының база өлөшө һәм социаль пенсия 8,7 процентҡа арттырылғайны. 1 апрелдән ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының страховка өлөшө 17,5 процентҡа артҡайны.

Пенсияны киләһе арттырыу 1 декабргә билдәләнгән — хеҙмәт пенсияһының база өлөшө һәм социаль пенсия 31,4 процентҡа индексацияланасаҡ. Шулай итеп, 2009 йылда пенсиялар дүрт тапҡыр индексацияланасаҡ.

Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтә арттырыуҙар һөҙөмтәһендә республикабыҙҙа ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 35 процентҡа артасаҡ һәм 6127 һум тәшкил итәсәк. Социаль пенсияның уртаса күләме йыл аҙағына пенсионерҙарҙың йәшәү минимумы күләменә етәсәк.

Пенсиялар һәм башҡа социаль түләүҙәргә 1 августан төбәк буйынса өҫтәмә рәүештә 226 миллион һум талап ителәсәк. Дөйөм алғанда, августан республика буйынса пенсиялар һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәргә сығымдар айына 5,9 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк.