8 декабрь, Кесе йома

30 июнь 2009 йыл, 17:13

Башҡортостан бизнес-делегацияһы Көньяҡ Африка Республикаһына барасаҡ

автор: Эльвира Латипова

Сентябрҙә Башҡортостандың бизнес-делегацияһы Көньяҡ Африка Республикаһына барып ҡайтасаҡ. Сәфәр 10-18 сентябргә билдәләнгән.

Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек идаралығы делегацияны ойоштороу эштәре менән шөғөлләнә.

Сәфәрҙең маҡсаты — Көньяҡ Африка Республикаһының бизнес-берләшмәһе менән туранан-тура сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр урынлаштырыу, Franchise & Business Opportunities Expo күргәҙмәһенә барыу.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, программа буйынса Йоханнесбург Сауҙа-сәнәғәт палатаһында ике яҡлы эшлекле һөйләшеүҙәр, күргәҙмәгә барыу, шулай уҡ алмас табыу эшмәкәрлеге менән танышыу планлаштырылған.