9 декабрь, Йома

30 июнь 2009 йыл, 17:09

Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәтте һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде

автор: Евгений Рәхимҡолов

Республиканың сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры урынбаҫары Евгений Сафонов "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең структура подразделениелары етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге мәсьәләләре тикшерелде.

Кәңәшмә производствола бәхетһеҙлек осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатында үткәрелде.