4 декабрь, Йәкшәмбе

30 июнь 2009 йыл, 17:07

Беларусь Республикаһының рәсми делегацияһы килде

автор: Эльвира Латипова

Өфөгә Беларусь архитектура һәм төҙөлөш министры Александр Селезнев етәкселегендә Беларусь Республикаһы делегацияһы килде.

Рәсми кешеләр менән бергә Башҡортостанға бизнес вәкилдәре лә — "Неман" быяла заводы", "Барановичидрев", "Могилевдрев" асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре һәм "Домостроение" гәзит ҡағыҙы заводы" республика унитар предприятиеһы етәкселеге килде.

Был көнгә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев менән рәсми осрашыуҙар планлаштырылған.

Сәфәр программаһын БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин менән осрашыу аса. Артабан Беларусь бизнесы вәкилдәре менән Башҡортостан предприятиелары етәкселәренең эшлекле осрашыуы үткәреләсәк.

Көндөң икенсе яртыһында ҡунаҡтар Өфө буйлап экскурсия яһаясаҡ һәм "Ласселсбергер" заводына, "Электрозавод" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфө трансформатор заводына барасаҡ. Шулай уҡ Беларусь делегацияһы "Балтика" Белорус тарихи-мәҙәни үҙәге эше менән танышасаҡ һәм белорус диаспораһы вәкилдәре менән осрашасаҡ, тип планлаштырыла. Бының өсөн ҡунаҡтар Иглин районының Балтика ауылына барасаҡ.