6 декабрь, Шишәмбе

30 июнь 2009 йыл, 17:04

"Салауатнефтьоргсинтез" хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттыра

автор: Евгений Рәхимҡолов

"Салауатнефтьоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙ хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл июлдән завод хеҙмәтсәндәренең күбеһенең айлыҡ эш хаҡы күләме — алты процентҡа, ә ҡайһы бер ярҙамсы подразделениелар хеҙмәткәрҙәре өсөн 11,3 процентҡа арта.

"Салауатнефтьоргсинтез" акционерҙар йәмғиәтендә быйыл йыл башынан алып был эш хаҡын беренсе тапҡыр индекслау. 2008 йылда бында эш хаҡын ике тапҡыр күтәрҙеләр: ғинуарҙа — 10 процентҡа һәм июлдә — биш процентҡа. Ул саҡта эшселәрҙең генә хеҙмәт хаҡы арттырылғайны.

Хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын күтәреү предприятиеға ай һайын 20 миллион һумға төшәсәк.

Әлеге ваҡытта "Салауатнефтьоргсинтез" Рәсәйҙең өс иң ҙур нефтехимия предприятиеһына инә һәм бутил спирты, бензин, этилен, пропилен, полиэтилен һәм башҡа нефтехимия продукттары етештереүсе төп предприятиеларҙың береһе булып тора. Бөгөн "Салауатнефтьоргсинтез" 140 төрҙән ашыу продукция сығара. Предприятиела 12,5 меңдән ашыу кеше эшләй.