10 декабрь, Шәмбе

30 июнь 2009 йыл, 17:02

Фән һәм техника өлкәһендә йәштәр премияһына документтар ҡабул ителә

автор: Эльмира Сабирова

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы 2008 йыл өсөн фән һәм техника өлкәһендә Республика дәүләт йәштәр премияһына күрһәтеүгә документтар ҡабул итеүен дауам итә.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, премия 2002 йылда республиканың фәнни потенциалын үҫтереү һәм һәләтле йәш ғалимдарҙы дәртләндереү маҡсатында БР Министрҙар Кабинеты ҡарары менән булдырылғайны. Алты йылда 12 йәш ғалим һәм алты коллектив уның лауреаттары булды.

Йыл һайын тәбиғи, техник һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә өс премия бирелә.

2008 йыл өсөн Республика дәүләт йәштәр премияһына шәхси рәүештә, шулай уҡ авторҙар коллективы составында (иң күбе биш кешенән торған) ғилми хеҙмәткәрҙәр, юғары уҡыу йорто уҡытыусылары, аспиранттар, докторанттар, шулай уҡ халыҡ хужалығы белгестәре дәғүә итә ала. Дәғүәселәрҙең йәше 35 йәштән ашмаҫҡа тейеш.

Лауреаттарға премиялар тантаналы рәүештә Республика көнөн байрам итер алдынан тапшырыласаҡ.

Эштәр Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 27-се бүлмә адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 251-57-11.