4 декабрь, Йәкшәмбе

30 июнь 2009 йыл, 16:59

118 мең балаға ял итеүҙең арзан формаһы тәҡдим ителәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Ял итеүҙең аҙ сығымлы формалары — 2009 йылғы йәйге кампанияның өҫтөнлөклө йүнәлеше. Бөгөнгө көндә 54 меңдән ашыу мәктәп йәшендәге бала туристик һәм палатка лагерҙарында, күп көнлөк походтарҙа һәм һалда йөҙөп ял итә һәм сәләмәтлеген нығыта. БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәй буйына уларҙа бөтәһе 118 меңдән ашыу бала ял итәсәк.

Сәләмәтлекте нығытыуҙың һәм ялдың бындай формаһын башҡа ведомстволар ҙа әүҙем яҡлай. Мәҫәлән, 1 июлдә Архангел районында БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы һәм "Бергә" республика йәштәр ирекле хәрәкәте тарафынан ойошторолған "Беҙҙең хәлебеҙҙән килә — беҙ эшләйбеҙ!" палатка лагеры эшләй башлаясаҡ.

Үҫмерҙәрҙә ул ҙур популярлыҡ менән файҙалана, шуға күрә лә өсөнсө йыл рәттән ойошторола. Лагерь программаһында — спорт ярыштары, танып-белеү мастер-кластары һәм башҡалар.

Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, палатка лагерында Архангел, Әлшәй, Борай, Ишембай һәм Нуриман райондарынан балалар ял итәсәк.

Традиция буйынса лагерь ике сменала үтәсәк: 1 июлдән 13-өнә тиклем һәм 15 июлдән 24-енә тиклем.

Был лагерҙа ял итергә теләүселәр 250-78-24 телефоны буйынса йәки www.vmesterb.ru сайтында өҫтәмә мәғлүмәт белә ала.