10 декабрь, Шәмбе

29 июнь 2009 йыл, 17:57

Инновацион эшмәкәрлекте иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс

автор: Любовь Колоколова

2009 йылда Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт сараларында инновацион эшмәкәрлек мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға республика конкурсы иғлан ителде. Ул республика Президенты Указы менән раҫланған 2008-2010 йылдарға Республика маҡсатлы инновацион программаһына ярашлы үткәрелә.

Конкурсты ойоштороусылар — "Башҡортостан" телерадиотапшырыуҙар компанияһы" дәүләт унитар предприятиеһы һәм Башҡортостан Журналистар союзы ҡатнашлығында БР Фәндәр академияһы, БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.

Конкурстың маҡсаты — фәнде популярлаштырыуға, фәнни-технологик, белем биреү һәм инновацион өлкәләр проблемаларына дәүләт һәм эшҡыуарлыҡ структураларының иғтибарын йәлеп итеү. Бынан тыш, төбәк инновацион баҙарын, республиканың фәнни, технологик һәм производство ҡеүәтен формалаштырыуға, ғалимдарҙың, фәнни хеҙмәткәрҙәрҙең, уйлап табыусыларҙың, инженер-техник хеҙмәткәрҙәрҙең, студенттарҙың һәм уҡыусыларҙың уйлап табыу һәм рационализаторлыҡ мәсьәләләрендә әүҙемлеген күтәреүгә иғтибар биреүсе киң мәғлүмәт сараларының эшмәкәрлеген әүҙемләштереү һәм ярҙам итеү бурысы ҡуйыла.

Конкурста республика, ҡала, район, корпоратив гәзиттәр, журналдар, телевидение, радио һәм электрон киң мәғлүмәт саралары журналистары ҡатнаша ала.

Конкурс материалдары төрлө жанрҙа булыуы мөмкин: очерк, мәҡәлә, репортаж, интервью һәм башҡалар. Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә: "Баҫма киң мәғлүмәт саралары: республика гәзиттәре һәм журналдары — иң яҡшы редакция коллективы/журналист"; "Баҫма киң мәғлүмәт саралары: район, ҡала һәм берләшкән гәзиттәр һәм журналдар — иң яҡшы редакция коллективы/журналист", "Ведомство, корпоратив гәзиттәр һәм журналдар — иң яҡшы редакция коллективы/журналист", "Электрон киң мәғлүмәт саралары (радио, телевидение, интернет-баҫмалар) — иң яҡшы редакция коллективы/журналист"; "Махсуслаштырылған гәзиттәр һәм журналдар — иң яҡшы редакция коллективы/журналист".

Һәр номинацияла еңеүселәргә I, II, III дәрәжә БР Хөкүмәте дипломдары, конкурсты ойоштороусылар дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ: беренсе урын өсөн — ноутбук, икенсе — цифрлы видеокамера, өсөнсө урын өсөн — цифрлы фотоаппарат.

Конкурс материалдары 1 октябргә тиклем 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 1007-се бүлмә адресы буйынса БР Журналистар союзында ҡабул ителәсәк. Телефон: (347) 276-42-66.