Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Астана һабан байрамын билдәләне

Сәйәсәт

Ҡаҙағстан баш ҡалаһы — Астана һабан байрамын билдәләне. Ҡаҙағстан Республикаһының баш ҡалаһы көнөнә, шулай уҡ Астананың "ТАҢ" Татар-башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең 15 йыллығына арналған ҡала һабантуйы Ҡаҙағстандағы Башҡортостан һәм Татарстан вәкиллектәре ярҙамында һәм әүҙем ҡатнашлығында уҙҙы.

Һабантуйҙы ойоштороусы — Астананың "ТАҢ" татар-башҡорт милли-мәҙәни үҙәге татар-башҡорт диаспораһы өсөн генә түгел, "Жастар" Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанға йыйылған Ҡаҙағстан баш ҡалаһы халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн дә матур байрам әҙерләгән. "ТАҢ"ды 15 йыллығы менән ҡотларға Астананың бөтә: ҡаҙаҡ, урыҫ, украин, корей, уйғыр, чечен-ингуш һәм башҡа милли-мәҙәни үҙәктәре килгән. Һәр милли-мәҙәни үҙәктән милли кейемдәрҙәге делегациялар матур концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Һабантуйҙың күп һанлы ҡунаҡтары дәртле милли көйгә бейергә төшөп китте, төрлө халыҡ уйындарында һәм спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашты, милли аш-һыуҙан ауыҙ итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть