9 декабрь, Йома

29 июнь 2009 йыл, 17:52

Бөрйән районында Башҡорт йәштәре көндәре үтәсәк

автор: Елена Колоколова

3-4 июлдә Бөрйән районының Мәндәғол ауылында Башҡорт йәштәре көндәре үтәсәк.

Тәүге тапҡыр Башҡорт йәштәре көндәре 1991 йылда үтте һәм йыл һайын республиканың төрлө райондарында үткәрелә башланы. Сараның маҡсаты булып Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһының күрше субъекттары йәштәрен патриотик рухта тәрбиәләү, буш ваҡытын киңәйтеү, ижади потенциалын асыу, башҡорт милли йолаларын, традицияларын һәм спорт төрҙәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен киң пропагандалау тора.

Быйыл Башҡорт йәштәре көндәре "Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух!" девизы аҫтында үтәсәк. Шуға күрә программала күп һанда спорт ярыштары ҡаралған. Шулай уҡ "Рух" традицион патриотик йырҙар һәм бейеүҙәр конкурсы, "Шаян-шоу" башҡорт КВН-ы, таҡмаҡтар бәйгеһе, "Көслөләр һәм йылғырҙар" эстафетаһы үткәреләсәк. Башҡорт йәштәре көндәре тарихында тәүге тапҡыр "Урал айыуы" көс экстремаль ярышы ойоштороласаҡ, унда ҡатнашыусылар төрлө экстремаль физик күнекмәләрҙә көс һынашасаҡ, шулай уҡ уҡтан атыу һәм һөңгө ырғытыу буйынса милли ярыштар ҙа үтәсәк. Бөтә ярыштарҙан һуң кис башҡорт эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт күрһәтеләсәк. Концерт-дискотека таңға ҡәҙәр барасаҡ.

Сараларҙа ҡатнашыуға республика райондарынан һәм күрше төбәктәрҙән йәштәр һәм делегациялар саҡырыла. Үҙегеҙ менән палатка, аҙыҡ-түлек һәм йылы әйберҙәр алырға кәрәк.