9 декабрь, Йома

29 июнь 2009 йыл, 17:50

Поезға билетҡа интернет аша заказ бирергә мөмкин

автор: Любовь Колоколова

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе яуаплылығы зонаһындағы вокзалдарҙа һәм станцияларҙа бөгөн 53 билет кассаһы эшләй. Бынан тыш, Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында 15 өҫтәмә касса тимер юл билеттары һата. Улар халыҡ-ара һәм эске бәйләнештә юл йөрөү документтары һатыу буйынса "Экспресс" терминаль системаһы менән йыһазландырылған. Шулай уҡ Башҡортостан тимер юл бүлексәһенең бөтә кассаларында интернет аша (rzd.ru) заказ бирелгән билеттар һатыла.

Июнь башынан алып республика халҡы интернет аша меңдән ашыу билет һатып алған, тип хәбәр итә Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат секретары Сергей Спатар.