10 декабрь, Шәмбе

29 июнь 2009 йыл, 17:48

Патрик Бессондан хат килде

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Францияның "Грегуар Бессон" ауыл хужалығы техникаһы етештереү буйынса компанияһы президенты Патрик Бессондан хат килде. Ул Өфөгә сәфәре ваҡытында күрһәтелгән ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт белдергән. Хатта шулай тиелә:

"Хөрмәтле Президент әфәнде! Башҡортостанға сәфәрем барышында мин "Ергән МТС-ы" производство базаһы кеүек ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелгән структураларҙың һәм ойошмаларҙың булыуына иғтибар иттем. Был ауыл хужалығын үҫтереүҙә һайланған стратегияның дөрөҫлөгө, өлгәшелгән юғары һөҙөмтәләр хаҡында һөйләй.

Мин һеҙгә Башҡортостан Республикаһы менән һоҡланыуымды белдерәм.

"Грегуар Бессон" компанияһы, Башҡортостандың агросәнәғәт секторы ҡеүәтен баһалап, республиканың ауыл хужалығын үҫтереүгә өлөш индереүҙе дауам итеү маҡсаты менән сәнәғәт партнерлығы булдырыу ниәте тураһында протоколға ҡул ҡуйҙы. Киләсәктә үҙ-ара уңышлы хеҙмәттәшлеккә өмөт итәм, Һеҙгә ҡарата тәрән ихтирамымды ҡабул итегеҙ.

Патрик Бессон, "Грегуар Бессон" компанияһы президенты".