3 декабрь, Шәмбе

29 июнь 2009 йыл, 17:44

Иран Башҡортостандан медицина быялаһы менән ҡыҙыҡһынды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Иран фармацевтика компаниялары "Туймазыбыяла" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә етештерелгән медицина быялаһы менән ҡыҙыҡһынды.

Республика продукцияһына ҡыҙыҡһыныу Иран Ислам Республикаһы баш ҡалаһы Тегеранда "Tehran Permanent Fair Ground" күргәҙмә үҙәгендә үткән "Иран-Бал 2009" халыҡ-ара күргәҙмәһе барышында күренде. Иран Һаулыҡ һаҡлау һәм медицина мәғарифы министрлығы ярҙамында үткәрелгән күргәҙмә Төркиәнән, Тайвандан, Ҡытайҙан, Пакистандан, Азербайжандан, Пакистандан, Афғанстандан һәм башҡа илдәрҙән 500-ҙән ашыу фармацевтика компанияларын йыйҙы.

Күргәҙмә барышында Башҡортостан медицина быялаһы менән Иран ғына түгел, шулай уҡ Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм Көньяҡ Африка Республикаһы предприятиелары ла ҡыҙыҡһынды. Күргәҙмә тамамланғас та "Туймазыбыяла" асыҡ акционерҙар йәмғиәте яңы сит ил заказсыларына үҙ продукцияһының һынау партияларын оҙатты.

Әлеге ваҡытта "Туймазыбыяла" акционерҙар йәмғиәте медицина һәм аҙыҡ-түлек быялаһынан продукция етештереү буйынса Рәсәйҙең иң ҙур махсуслашҡан предприятиеларының береһе булып тора. Предприятие үҙ тауарҙарын Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә, ҡайһы бер яҡын һәм алыҫ сит илдәргә лә оҙата.