5 декабрь, Дүшәмбе

29 июнь 2009 йыл, 17:42

Президент республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында йөрөп ҡайтты

автор: Елена Макушина

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов 27 июндә республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәре менән сыҡты. Төбәк башлығы Салауат, Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондарының социаль-иҡтисади хәле менән танышты, ҡайһы бер социаль объекттарҙы асыу тантанаһында ҡатнашты.

Салауат районының Мөрсәлим ауылында участка дауаханаһы капиталь ремонттан һуң асылды. Капиталь ремонтҡа 17 миллион һум самаһы аҡса бүленде. Дауалау учреждениеһында демонтаж эштәре үткәрелде, стена конструкциялары көсәйтелде, йылытыу, вентиляция, электр яҡтыртыу, һыу үткәргес һәм канализация ҡайтанан эшләнде, янғын сигнализацияһы, телефон элемтәһе үткәрелде.

Президент ауыл халҡын был мөһим ваҡиға менән ҡотланы, төҙөүселәргә һәм был мөһим социаль объектты капиталь ремонтлауҙа әүҙем ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

Бында республика башлығы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә төкәтмә төҙөү барышы менән дә танышты.

Ҡыйғы районы үҙәге — Үрге Ҡыйғы ауылында был көндө үҙәк район дауаханаһы хирургия корпусының яңы бинаһы асылды. Уны асыу тантанаһында Мортаза Рәхимов ҡатнашты.

Яңы хирургия корпусында 50 койкалыҡ бала табыу йорто ла урынлашҡан. Дауалау учреждениеһының дөйөм майҙаны 3000 квадрат метрҙан ашып китте. Объекттың смета хаҡы 71 миллион һум тәшкил итте. Ҡорамалдар һәм йыһаздар һатып алыуға тағы 13 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо.

Балаҡатай районының Ямаш ауылында IХ Төбәк-ара урыҫ йыры һәм таҡмаҡтары байрамы ҙур Гала-концерт менән тамамланды. Был йыр ярышында ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов тәбрикләне.

— Республикабыҙ — 100-ҙән ашыу милләт кешеләренең тыуған йорто. Бында төрки, славян һәм фин-уғыр этностарының борондан килгән тамырҙары үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән. Һәм беҙ башҡорт, урыҫ, татар, мари, сыуаш, удмурт һәм Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың традицион ижады үҫешһен һәм байыһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ, — тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы.

Ошо уҡ көндө Балаҡатай районының Билән ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Был мөһим ваҡиға менән ауыл халҡын республика Президенты Мортаза Рәхимов ҡотланы.

Ике ҡатлы бинала 200 урынлыҡ клуб, 160 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп, хакимиәт, шулай уҡ түңәрәктәр, уйын һәм артистар өсөн бүлмәләр урынлашҡан. Ошонда уҡ уҡыусылар һәм ауыл халҡы өсөн китапханаға ла урын бүленгән. Үҙәк төҙөлөшөндә 68 миллион һум самаһы аҡса үҙләштерелгән. Мәктәптең элекке ике ҡатлы бинаһында инженер системаһын тулыһынса алмаштырып реконструкция үткәрергә ҡарар ителгән.