Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

"Полиэф"тың производство майҙансыҡтары - бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа

Иҡтисад

       Өфө, 26 июнь, "Башинформ", .

       Бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев "Полиэф" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын урынлаштырырға планлаштырылған производство майҙансыҡтарында булды. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров һәм БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Зәйнуллин оҙатып йөрөнө. Бөгөн бында БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты, "Полиэф" асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм "Энергоресурс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйырға планлаштыралар. Документҡа ҡул ҡуйыуҙың маҡсаты — Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының иҡтисади эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.

       Берлектәге проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республика өсөн яңы производство, өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа киләсәк һәм һалымдар формаһында бюджетҡа өҫтәмә керем инәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть