3 декабрь, Шәмбе

26 июнь 2009 йыл, 17:07

Видеоселектор кәңәшмәһе үткәрелде

автор: Марият Артюхова

— Республикалағы хәл артыҡ көсөргәнешле түгел, — Премьер-министр Раил Сарбаев Благовар районының Языково ауылында үткән БР Хөкүмәтенең күсмә видеоселектор кәңәшмәһен шулай тип башланы. — Был турала ғинуар-май айындағы социаль-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләре раҫлай.

Күп кенә төп макроиҡтисади параметрҙар буйынса һуңғы ике айҙа хәлдең тотороҡланыуы күҙәтелә. Республикабыҙ күрһәткестәре Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы буйынса уртаса күрһәткестәрҙән яҡшыраҡ. Мәҫәлән, сәнәғәт производствоһы индексы ғинуар-майҙа республикала 92,6 процент, ә майҙа 95,8 процент тәшкил итте.

Төҙөлөштә лә ыңғай үҫеш күҙәтелә. Эштәр күләменең үҫеш темпы 69,1 процент, майҙа 79,1 процент тәшкил итте. Финанслауҙың бөтә сығынаҡтары иҫәбенә төбәк территорияһында 492,6 мең квадрат метр дөйөм торлаҡ майҙаны тапшырылды, йәғни уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 92,9 процент. Сафҡа индерелгән дөйөм торлаҡ күләмендә шәхси йорттар өлөшө 76,6 процент тәшкил итте.

Хеҙмәт баҙарында хәл бер ни тиклем тотороҡланды. 1 июнгә рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 43,1 мең кеше булды, һуңғы ике айҙа 6,6 мең кешегә кәмене. Был осорҙа теркәлгән эшһеҙлек кимәле иҡтисади әүҙем халыҡтың 2,5 процентынан 2,1 процентҡа тиклем кәмене. Хеҙмәт баҙарында көсөргәнеш коэффициенты 5,2-нән 2,3-кә төштө.

Беренсе квартал йомғаҡтары буйынса төп капиталға инвестициялар 9,9 процентҡа кәмене.

Йыл башынан алып республика буйынса инфляция 5,6 процент билдәһенә сыҡты (Рәсәй буйынса — 6,8).

Иҡтисадтағы хәлгә байҡау яһап, Премьер-министр бөгөн борсоған төп мәсьәләләрҙе атаны. Был мал аҙығы әҙерләү барышы, малсылыҡ биналарының торошо һәм уларҙы мал ҡышлатыуға әҙерләү, дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдары торошо, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы реформалар барышы һәм тармаҡ объекттарын көҙгө-ҡышҡы осорҙа эшләүгә әҙерләү.

Республикала мал аҙығы әҙерләү нисек барыуы хаҡында Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, БР ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов һөйләне.

БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға юлдарҙың торошо хаҡында хәбәр итте. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғиман Әсәҙуллин тармаҡтағы "осло мөйөштәрҙе" билдәләп үтте.

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә әҙерләнеү бөгөн мөһим эштәрҙең береһе булып тора.

Хөкүмәт Премьер-министры әйтеүенсә, видеоселекторҙар үткәреү даими ғәмәлгә индереләсәк. Киләһе кәңәшмә социаль-мәҙәни һәм көнкүреш мәсьәләләренә арналасаҡ.