Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ассамблея Советының етәксе органдары һайланды

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы халыҡтары Ассамблеяһы Советы ултырышында президиум, рәйес урынбаҫарҙары һайланды. Ассамблея Советы башҡарма комитеты, комитеттар ойошторолдо һәм уларҙың персональ составы раҫланды. Ассамблея Советы президиумына 15 кеше — Башҡортостан Республикаһының милли-мәҙәни ойошмалары етәкселәре, фәнни һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инде. Ултырышта Ассамблея рәйесенең өс урынбаҫары һайланды: БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Вельмир Азнаев, Башҡортостан урыҫтары Соборы башҡарма комитеты рәйесе Владимир Самородов, "Ватаным" Башҡортостан татарҙары ойошмаһы президенты Раил Әсәҙуллин.

Ултырышта ҡатнашыусылар Ассамблея Советы башҡарма комитеты функцияларын "БР Халыҡтар дуҫлығы йорто" дәүләт учреждениеһына йөкмәтергә ҡарар итте. Ассамблея Советы ҡарары менән биш комитет ойошторолдо: Йәмәғәт ойошмалары һәм хәрәкәттәре менән үҙ-ара эш итеү комитеты, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса комитет, Дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара эш итеү буйынса комитет, Халыҡтарҙың рухи һәм мәҙәни хеҙмәттәшлеге буйынса комитет, Аралашлыҡ һәм тыныслыҡ урынлаштырыу миссиялары буйынса комитет.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, күптән түгел үткән БР халыҡтары Ассамблеяһының II съезында уның рәйесе итеп БР Фәндәр академияһының вице-президенты Әхәт Мостафин һайланғайны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть