5 декабрь, Дүшәмбе

26 июнь 2009 йыл, 16:56

Президент ҡотлау ебәрҙе

«Башинформ»

25-27 июндә Балаҡатай районының Ямаш ауылында Төбәк-ара урыҫ йыры һәм таҡмаҡтары байрамы үтә. Унда ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов ҡотлау ебәрҙе:

"Ҡәҙерле дуҫтар!

IХ Төбәк-ара урыҫ йыры һәм таҡмаҡтары байрамында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ихлас тәбрикләйем! Был матур байрам йыл һайын Башҡортостандың барлыҡ мөйөштәренән, күп кенә күрше төбәктәрҙән һәүәҫкәр артистарҙы, халыҡтың рухи мираҫын һөйөүселәрҙе һәм дауам итеүселәрҙе йәлеп итә.

Беҙҙең республика — йөҙҙән артыҡ милләт вәкилдәренең тыуған йорто. Бында башҡорттарҙың, урыҫтарҙың, татарҙарҙың, мариҙарҙың, сыуаштарҙың, удмурттарҙың һәм Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың телен һәм мәҙәниәтен, мәғарифын һәм матбуғатын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм ижадын үҫтереү өсөн барыһы ла эшләнә. Күптән түгел Өфөлә үткән Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһының II съезында быға айырыуса баҫым яһалды.

Халыҡ күпләп ҡатнашҡан байрамдар, милли мәҙәниәттәр фестивалдәре һәм конкурстары — Салауат Юлаев көндәре, Халыҡ-ара Аксаков байрамы, Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре, "Дуҫлыҡ моңо" башҡорт һәм татар йырҙары, "Самоцветы Прикамья" фин-уғыр халыҡтары мәҙәниәте һәм сәнғәте фестивалдәре, "Берҙәмлек-Содружество" төбәк-ара фестивале һәм башҡалар тормошобоҙҙа әһәмиәтле урын биләй.

Был уңайҙан һеҙҙең матур байрамығыҙҙың да әһәмиәте ҙур. Бөйөк урыҫ мәҙәниәте быуаттар дауамында уртаҡ тормош алып барыу һөҙөмтәһендә Рәсәй халыҡтарының барыһына ла яҡын һәм үҙ. Шуға күрә беҙ Башҡортостанда был башланғысты һәр яҡлап хуплайбыҙ һәм халыҡ йыр сәнғәтен һаҡлаған, пропагандалаған һәм яңыртҡан өсөн тәрән рәхмәт белдерәбеҙ.

Еребеҙҙә һәр ваҡыт башҡа халыҡтар көйҙәре менән ҡушылып, иҫ киткес симфонияға әүерелеүсе ихлас урыҫ йырҙары һәм шаян таҡмаҡтар яңғыраһын! Байрамда ҡатнашыусыларҙың таланты һәм ижады артабан да Башҡортостаныбыҙҙың һәм Ватаныбыҙҙың рухи байыуына хеҙмәт итһен!

Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, яңы ижади уңыштар теләйем!"