4 декабрь, Йәкшәмбе

26 июнь 2009 йыл, 16:54

Сергей Корепанов Башҡортостанға рәхмәт белдерҙе

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Төмән өлкә Думаһы Рәйесе Сергей Корепановтан хат килде, ул унда Төмән өлкәһе парламент делегацияһының күптән түгел республикаға сәфәре барышында күрһәтелгән ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт белдергән. Хатта шулай тиелә:

"Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Республиканың уңышлы үҫеш алыуын, төҙөлөүен, сәскә атыуын, Рәсәй тормошон байытып, милли һәм мәҙәни традицияларҙы һаҡлауын күреүебеҙгә бик шатбыҙ.

Республика һәм муниципаль власть органдарының социаль сәйәсәт, урындағы үҙидара үҫеше, закондар сығарыуҙы камиллаштырыу буйынса бай эш тәжрибәһен өйрәнеүгә киң мөмкинлектәр биргән өсөн рәхмәт. Мәсетле, Өфө, Ғафури, Иглин райондары хакимиәттәре башлыҡтарына йылы ҡабул иткән өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

Республика етәкселегенең производство ҡеүәтен арттырыу ғына түгел, һәр ҡайҙа ауылдың социаль ҡоролошо, ауыл халҡына яҡшы тормош шарттары булдырыу тураһында көндәлек хәстәрлеге һиҙелеп тороуы яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Кешеләргә, айырыуса күп балалы ғаиләләргә ҙур иғтибар бик мөһим.

Һеҙгә, бөтә республика халҡына изгелектәр, сәскә атыу, Башҡортостан Республикаһы үҫеше хаҡына яңы ҡаҙаныштар теләйем.

Хөрмәт менән Төмән өлкә Думаһы Рәйесе С.Е. Корепанов".