11 декабрь, Йәкшәмбе

25 июнь 2009 йыл, 17:21

2010-2012 йылдарға социаль-иҡтисади үҫеш тикшерелде

автор: Александр Неделин

Хөкүмәт йортонда Бюджет проектлауы буйынса ведомство-ара Хөкүмәт комиссияһының һәм Башҡортостан Республикаһында һалым закондарын камиллаштырыу һәм ҡулланыу буйынса ведомство-ара комиссияһының берлектәге ултырышы үткәрелде. Ул республиканың 2010-2012 йылдарға социаль-иҡтисади үҫеше прогнозын әҙерләүгә арналды. Ултырышты БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров алып барҙы.

"2010 йылға һәм 2012 йылға тиклем осорға Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеше прогнозының төп макроиҡтисади күрһәткестәре тураһында" доклад менән БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко сығыш яһаны. Ул, донъя финанс көрсөгө эҙемтәләре йоғонтоһо шарттарында тәүге тапҡыр прогноз өс вариантта — уңышлы, база һәм инерцион — төҙөлдө, тип айырым билдәләп үтте.

Иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Марат Минасов республикала иҡтисади үҫештең төп төрҙәрен күҙаллау тураһында бәйән итте.

Әлегә тиклем, Рәсәй Федерацияһының социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау һәм программалаштырыу тураһында Законға ярашлы, РФ Хөкүмәте тарафынан раҫланған ил иҡтисадын үҫтереүҙең төрлө шарттары ҡаралмауын иҫәпкә алып, Ведомство-ара комиссияһы өс вариант буйынса социаль-иҡтисади процестарҙы үҫтереү ихтималлығы менән килеште. 2010 йылға һәм 2012 йылға тиклем осорға прогноз параметрҙары өҫтөндә эш дауам итә һәм ул 2009 йылдың 1 сентябренә тиклем билдәләнгән тәртиптә республика Хөкүмәте һәм Президенты ҡарамағына еткереләсәк.

Ултырышта шулай уҡ 2009 йылдың биш айында БР тупланма бюджетына табыштар инеү һөҙөмтәләре, планлаштырылған күләмдә бюджетҡа керемдәрҙе тәьмин итеү буйынса күрелгән саралар, сәнәғәт, сауҙа, төҙөлөш һәм ауыл хужалығы эшмәкәрлегенең төп төрҙәре буйынса бюджет менән иҫәп-хисап торошона анализ һөҙөмтәләре ҡаралды. Көн тәртибенең был пункты буйынса доклад менән БР финанс министры урынбаҫары Мәрфүға Сибәғәтуллина сығыш яһаны.