10 декабрь, Шәмбе

25 июнь 2009 йыл, 17:18

Йыл башынан алып 194 вакансия йәрминкәһе үтте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Республиканың мәшғүллек хеҙмәте уҙған биш айҙа 194 вакансия йәрминкәһе үткәрҙе. Был бөтә йылға планлаштырылғандың яртыһынан ашыуыраҡ.

Йәрминкәләрҙә 600-ләп эш биреүсе һәм 15 меңдән ашыу эшһеҙ ҡатнашты. Шуныһы иғтибарға лайыҡ — бында эшкә урынлашыу маҡсаты менән килгән һәр унынсы кеше әңгәмәләшеү һөҙөмтәләре буйынса эшкә саҡырыу алды.