Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Төҙөлөштө арзанайтыу һәр яҡлап файҙалы буласаҡ

Сәйәсәт

Көйөргәҙе районында Юшатыр һыу һаҡлағысын төҙөү проект сметаһынан ике тапҡырға арзаныраҡҡа төшөүе ихтимал, әммә был экологик именлектә һәм кешеләрҙең һаулығында сағылмаясаҡ. 24 июндә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев эш сәфәре барышында төҙөлөш барышы һәм ҡайһы бер ҡатмарлылыҡтар менән танышты.

Проект документацияһын төҙәтеү, транспорт менән файҙаланыуҙы оптималләштереү, төҙөлөштө арзанайтыуҙың ҡайһы бер башҡа варианттары һыу һаҡлағыстың смета хаҡын ике тапҡырға кәметергә булышлыҡ итте. Смета менән планлаштырылған 453 миллион һум урынына төҙөүселәр 200 миллион һумды еткерә аласаҡтар.

Раил Сарбаев, проектты арзанайтыу тирә-яҡ мөхиткә һәм кешеләрҙең һаулығына бер ниндәй зыян килтерергә тейеш түгел, тип айырып билдәләне. Был яҡтан төҙөлөштөң дәүләт заказсыһы — БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына төҙөлөш эштәренең экологик һәм санитар нормаларға тап килеүен контролдә тоторға ҡушылды.

Премьер шулай уҡ республика Президенты, төҙөлөштө быйыл тамамларға — киләһе миҙгелдә һыу һаҡлағыс тәүге һыуҙы ҡабул итергә тейеш, тигән бурыс ҡуйҙы тип иҫкәртте. Һыу һаҡлағысты тапшырыу сентябрь башына планлаштырыла.

Был ҡоролма ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ: Оло Юшатыр йылғаһы эҫе йәйге осорҙа һайыға һәм үҙ бассейнындағы хужалыҡтар баҫыуҙарын дым менән тәьмин итә алмай. Өҫтәмә сығанаҡ барлыҡҡа килеү менән был яҡтарҙа игенселек алып барыу күпкә еңелләшәсәк. Быуаға яҡын хужалыҡта — "Киров исемендәге" ауыл хужалығы кооперативында йәшелсәселекте әүҙем үҫтерергә планлаштыралар: һыу һаҡлағыс Аҡһары һәм Яңы Мораптал ауылдары араһындағы ерҙәрҙе һуғарыуҙы ойошторорға мөмкинлек бирәсәк.

Һыу һаҡлағыстың максималь тәрәнлеге — 11,5 метр һәм секундына бында 200 кубометрҙан ашыу һыу сығарыласаҡ. Бынан тыш, һыулыҡ 250-300 кВт электр энегрияһы етештерерлек локаль гидроэлектростанция төҙөп ҡуйырға мөмкинлек бирә, был урындағы ҡулланыусылар өсөн етерлек буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть