Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы тәғәйенләнде

Сәйәсәт

24 июндә Салауат ҡалаһы ҡала округы Советы ултырышы булды. Унда ҡала округы хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Бохармәтов Радик Мазһар улы тәғәйенләнде.

Салауат ҡалаһы ҡала округы Советы ултырышы эшендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡатнашты.

       * * *

Радик Бохармәтов 1958 йылдың 12 апрелендә Стәрлетамаҡ районының Левашевка ауылында тыуған. Өфө нефть институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда "Салауатстрой" тресында балта оҫтаһы-бетонсы булып башлай.

1979-1989 йылдарҙа — "Салауатстрой" тресының 3-сө төҙөлөш идаралығы мастеры, прорабы, УПТК-ның баш инженеры, 5-се төҙөлөш идаралығы начальнигы.

1989-1992 йылдарҙа — "Ишембайжилстрой" тресы идаралығы начальнигы.

1992-1994 йылдарҙа — "Истрон" фирмаһы подразделениеһы директоры.

1994-2002 йылдарҙа — "Ишембайстройсервис" шәхси предприятиеһы директоры, Ишембай ҡалаһындағы 1-се төҙөлөш-монтаж идаралығы директоры, "Салауатремстрой" муниципаль унитар предприятиеһының баш инженеры.

2002-2005 йылдарҙа — Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары.

2006-2009 йылдарҙа — "Салауатстройзаказчик" муниципаль унитар предприятиеһы директорының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары.

2009 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем "Стройтрансгаз" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары булып эшләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть