Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Продукция сифаты өлкәљендә Президент премияһына конкурс

Иҡтисад

Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмалары 2009 йылғы продукция (тауар, хеҙмәтләндереүҙәр) сифаты өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Премияһына дәғүә итеүгә конкурста ҡатнашыуға саҡырыла.

БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, премиялар йыл һайын конкуренцияға һәләтле продукция сығарған, юғары сифатлы хеҙмәтләндереү күрһәткән, сифат менән идара итеүҙең юғары һөҙөмтәле ысулдарын индергән өсөн бирелә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ойошма 1 августан да һуңға ҡалмайынса БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгенә заявка бирергә тейеш. 1 октябргә тиклем конкурсанттың тултырылған анкетаһын бирергә кәрәк. Йыл аҙағына тиклем комиссия Башҡортостан Президентына Премия биреү тураһында тәҡдимдәр тапшыра.

Республика конкурсы лауреаттары Премия эмблемаһы менән Сифат кубоктары һәм беренсе дәрәжә дипломдар аласаҡ. Конкурс комиссияһы ҡарары буйынса дипломанттар статусы бирелгән һәм икенсе, өсөнсө дәрәжә дипломдар тапшырылған ойошмалар билдәләнәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть