8 декабрь, Кесе йома

24 июнь 2009 йыл, 17:44

Диниә назараты икенсе бинаға күсте

автор: Булат Юлбарисов.

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының яңы бинаһын асыу тантанаһында БР Президенты Мортаза Рәхимов, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфти Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй Мөфтиҙәр советы рәйесе Рауил Ғәйнетдин, БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Рәсәй төбәктәренән һәм Башҡортостандан дин әһелдәре ҡатнашты.

— Төбәгебеҙ территорияһында ислам үҫеше, дини йәмғиәтебеҙ тәрән тамырҙарға эйә, — тине Мортаза Рәхимов. — Борон-борондан беҙ Башҡортостанда йәшәүсе бөтә дини халыҡтар араһында татыулыҡты һаҡланыҡ һәм уны нығытыуҙы дауам итәбеҙ.

Президент, мосолман ойошмаларының үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлеге уның дини, әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм арттырыуға булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне.

Рауил Ғәйнетдин Мортаза Рәхимовҡа республиканың мосолмандар йәмғиәте тормошона иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уға Рәсәй Мөфтиҙәр советының юғары наградаһын, беренсе дәрәжә "Әл-Фәхр" почет орденын тапшырҙы.

Бинаның элекке милексеһе — "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы. Элек бында ҡунаҡхана урынлашҡан булған. Компания үҙ иҫәбенә реконструкция үткәрҙе һәм бинаны БР мосолмандары Диниә назаратына тапшырҙы. Аппарат хеҙмәткәрҙәре өсөн эш кабинеттарынан тыш, бында ғибәҙәтхана, хәйриә ашханаһы, ҡунаҡ бүлмәләре йыһазландырылған.

Белешмә өсөн. Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты 1917 йылдың декабрендә ойошторола. Хәҙерге ваҡытта республикала БР мосолмандары Диниә назараты етәкселегендә 445 мосолман ойошмаһы эшләй. 15 йылдан ашыу назаратты мөфти Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин етәкләй. БР мосолмандары Диниә назараты Рәсәй Мөфтиҙәр советына инә.