3 декабрь, Шәмбе

24 июнь 2009 йыл, 17:43

Өфөнөң өс мәктәбендә милиция кластары асыла

автор: Лиә Нәғимова

Өфө уҡыусыларының милиция формаһы кейеп парта артына ултырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. БР буйынса Эске эштәр министрлығы ҡатнашлығында 157-се, 42-се мәктәптәрҙә һәм 96-сы лицейҙа ойошторолған эксперименталь профилле милиция кластарына уҡыусылар ҡабул итеү иғлан ителде лә инде.

Милиция класы — ул дөйөм белем биреүҙең өлкән баҫҡысында профилле уҡытыуға йүнәлтмә. Мотлаҡ предметтар сифатында балалар йәмғиәт үҫешенең социаль-иҡтисади аспекттарын, элементар математиканы, этиканы, РФ-та кеше һәм граждан хоҡуҡтарын өйрәнәсәк, дөйөм физик әҙерлек һәм беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү нигеҙҙәрен үтәсәк. Программаны милиция тарихы, криминалистика нигеҙҙәре, ут, сафта йөрөү һәм махсус физик әҙерлек, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре һәм "хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдары һәм уларҙың эшмәкәрлеге" предметы буйынса факультативтар тулыландырасаҡ.

Аҙна барышында дөйөм белем биреү дисциплиналары буйынса дәрестәр туранан-тура мәктәптә һәм аҙнаһына бер тапҡыр махсус предметтар буйынса БР Эске эштәр министрлығының Профессиональ әҙерлек үҙәгендә үтәсәк.

— Бындай профилле милиция кластарында уҡып, уҡыусылар хоҡуҡ һәм социаль дисциплиналар буйынса тәрән белем аласаҡ, үҙ-үҙеңде яҡлау алымдарына өйрәнәсәк. Бынан тыш, уҡыу процесында иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусылар Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына уҡырға инеү өсөн йүнәлтмә аласаҡ, — тип аңлаттылар БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.