4 декабрь, Йәкшәмбе

24 июнь 2009 йыл, 17:40

Республикабыҙ һәр йүнәлештә алдынғы

автор: Марият Артюхова

Башҡортостан Рәсәй субъекттары башҡарма власть органдарының 2008-2009 йылдарҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу буйынса эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеге рейтингында һигеҙенсе урынды яуланы.

Был иерархияла урынды билдәләү өсөн РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы төбәктәрҙең алты позиция буйынса эшенә анализ яһаны. Республикабыҙ дәүләт коорпорацияһы — Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволарын файҙаланыу һөҙөмтәлелеге буйынса — беренсе һәм, концессион килешеүҙәрҙе һәм дәүләт-шәхси партнерлыҡтың башҡа механизмдарын файҙаланып, коммуналь өлкәнең милек комплексы менән идара итеү системаһын үҫтереү буйынса туғыҙынсы урынды яуланы.

Идаралыҡ һәм торлаҡ фондын хеҙмәтләндереү өлкәһендә конкуренция мөнәсәбәттәрен үҫтереү буйынса Башҡортостан 18-се урында, коммуналь хеҙмәтләндереүҙәрҙе иҫәпкә алыу приборҙары менән тәьмин ителеш кимәле буйынса — 19-сы, хаҡтарҙы билдәләү системаһын камиллаштырыу һәм торлаҡ-коммуналь өлкәлә бюджет средстволарын тотоноу һөҙөмтәлелеге буйынса — 26-сы, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләгәндә льготаларҙы һәм субсидияларҙы аҡсалата формаға күсереүҙе тамамлау буйынса — 32-се урында.

Бынан тыш, РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы субъекттар башҡарма власть органдарының 2008-2009 йылғы көҙгө-ҡышҡы осорон үткәреү һөҙөмтәләре буйынса эшмәкәрлегенә лә баһа бирҙе. Был "ярышта" республикабыҙ — "бронза призер".