5 декабрь, Дүшәмбе

24 июнь 2009 йыл, 17:35

Магнитогорскиҙан уҡыусылар гимназияға имтихан тапшыра

автор: Марина Шумилова

Магнитогорскиҙан бер төркөм уҡыусылар бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназияһына имтихандар тапшыра. Магнитогорскиҙа хәҙер ун мең башҡорт йәшәй. Башҡортостанда уҡыу үҫеп килеүсе быуынға сифатлы белем алыу ғына түгел, үҙ милли сығанаҡтарына ҡушылырға — туған телен, милли мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнергә мөмкинлек бирә.

Башҡортостанда инновацион типтағы мәктәп-интернаттарға ҡабул итеү республика Рәсәй Федерацияһының башҡорттар тупланып йәшәгән субъекттары — Силәбе, Свердловск, Ҡурған, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан Республикаһы, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары һәм башҡалар менән төҙөгән Гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ярашлы алып барыла. БР Мәғариф министрлығы был төбәктәрҙән башҡорттар өсөн инновацион типтағы урта уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн квоталар бүлә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр ғына уның менән 240-тан ашыу бала файҙаланған.