8 декабрь, Кесе йома

24 июнь 2009 йыл, 17:32

Авиасәнәғәт предприятиеларына ярҙам мәсьләләре тикшерелде

автор: Михаил Сытин

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев эш сәфәре менән Мәскәүҙә булды. Сәфәр барышында РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, Рәсәйҙең финанс министры Алексей Кудрин менән осрашыуҙа бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе уңышлы үҫтереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелде.

Быйыл республика бюджетының үтәлеше, йыл аҙағына тиклем һәм 2010 йылда уны үтәү мәсьәләләре бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙең тигеҙлек принциптарын намыҫлы күҙәтеү менән тығыҙ бәйләнгән.

Республика бюджеты үҙ социаль йөкләмәләрен тулыһынса үтәй, һәм был республикаға Рәсәй Хөкүмәте тарафынан төбәк бюджеттарына ярҙам күрһәтеү өсөн ҡаралған средстволарҙан кредит алыуға дәғүә итеү мөмкинлеге бирә.

Республика иҫәбенә тотолған йәмәғәтселек именлеге милицияһы хеҙмәткәрҙәренә аҡсалата түләүҙәрҙе һәм эш хаҡын күтәреүгә өҫтәмә средстволар бүлеү мәсьәләләре айырым тикшерелде — уны Рәсәй Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына тигеҙләштереүҙе тәьмин итергә кәрәк.

Шул уҡ көндө Премьер-министр Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Денис Мантуров менән республика сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү перспективалары тураһында һөйләште. Атап әйткәндә, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең федераль заказ буйынса вертолет двигателдәре етештереү конкурсында ҡатнашыу мәсьәләһе тикшерелде.

Денис Валентинович ӨМЭПБ-ның Рәсәйҙең бөгөнгө авиация двигателдәре етештереү талаптарына тулыһынса яуап биреүен раҫланы. Июнь башында Өфөгә сәфәре барышындағы кеүек үк, ул заказдарҙы урынлаштырыу мәсьәләһенең сәнәғәт йүнәлешен билдәләү ваҡытына бәйле булыуын билдәләп үтте.

Әңгәмә барышында республикала урынлашҡан башҡа авиасәнәғәт предприятиеларының үҫеш мәсьәләләре тикшерелде. Атап әйткәндә, "Гидравлика" предприятиеһының двигателдәр етештереү корпорацияһына инеү мәсьәләһе һәм "Мотор" предприятиеһының фәнни ҡеүәтенән файҙаланыу мөмкинлектәре тикшерелде.

Республиканың матди-техник базаһы һәм фәнни ҡеүәте күп йүнәлешле производствоны үҫтереү мөмкинлеге биреүе билдәләп үтелде: оборона заказдары менән бер рәттән предприятиелар сифатлы граждандар техникаһы ла, мәҫәлән, кесе механизация саралары өсөн моторҙар етештерә ала.

Осрашыуҙарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров ҡатнашты.