3 декабрь, Шәмбе

24 июнь 2009 йыл, 17:29

Ярты йылда "ҡыҙыу пейджер"ға 500-ҙән ашыу мөрәжәғәт килде

автор: Булат Юлбарисов

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Марат Ғәзизов быйыл беренсе ярты йыллыҡта хакимиәттең "ҡыҙыу пейджеры"на килгән мөрәжәғәттәргә йомғаҡ яһаны.

Өфө хакимиәте башлығы эргәһендәге кәңәшмәлә сығыш яһап, Марат Ғәзизов, йыл башынан алып хакимиәт пейджерына 561 мөрәжәғәт килде, тип билдәләне. Иң күп мөрәжәғәттәр Октябрь (121), Киров (103) һәм Калинин (100) райондарында йәшәүсе халыҡтан килде. Ленин (36) һәм Дим (19) райондарында йәшәүсе өфөләрҙән ялыу аҙ булды. Орджоникидзе районында йәшәүселәрҙән 92 мөрәжәғәт килде, ә Советтан — 90.

Марат Ғәзизов өфөләрҙе бигерәк тә торлаҡ проблемалары (мөрәжәғәттәрҙең 41 проценты), ихаталарҙы төҙөкләндереү (20 процент) һәм транспорт эше (9 процент) борсоуын билдәләне. Төҙөлөш, социаль проблемалар һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәр бишәр процент тәшкил итте.

Бөтә мөрәжәғәттәр ҡабул ителде һәм ҡала хакимиәтенең ярашлы структураларына тапшырылды. Марат Ғәзизов әйтеүенсә, муниципаль хеҙмәттәр граждандарҙың мөрәжәғәттәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Беренсе ярты йыллыҡта 382 мөрәжәғәт буйынса яуап бирелде. Проект эшләй башлағандан алып һигеҙ йыл эсендә "ҡыҙыу пейджер" аша Өфө хакимиәтенә ярҙам һорап 16 меңгә яҡын өфөлө мөрәжәғәт итте.

Өфө хакимиәтенә мөрәжәғәт ебәреү өсөн 2-770-911 телефоны аша шылтыратып, "Мэрия" абоненты өсөн белдереү ҡалдырыу етә.