10 декабрь, Шәмбе

23 июнь 2009 йыл, 16:44

Халыҡ иҫәбен алыусылар уҡыу үтә

автор: Марият Артюхова

Башҡортостанстат райондарҙа һәм ҡалаларҙа дәүләт статистикаһы бүлектәре һәм уларҙың подразделениелары етәкселәрен һәм белгестәрен, шулай уҡ халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләләре буйынса вәкилдәрҙе уҡытыуҙы тамамланы. Улар һәр тораҡ пунктында йорттарҙың исемлеген төҙөү буйынса инструктив материалдарҙы өйрәнде, халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү буйынса ойоштороу пландары төҙөргә һәм ВПН-2010 автоматлаштырылған системаһы менән эшләргә өйрәнде.

Уҡыу "Росстат"тан алынған мультимедиа ҡорамалдарын, компьютер техникаһын һәм "2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға Автоматлаштырылған әҙерлек системаһы" программа комплексын файҙаланып үткәрелде. Был программа комплексы махсус рәүештә алдағы кампанияға әҙерләнеү өсөн эшләнгән.

Башҡортостанстатта уҡып ҡайтҡан белгестәр урындарҙа халыҡ иҫәбен алыу буйынса ҡалған персоналды үҙ аллы өйрәтәсәк.

Муниципаль берәмектәрҙә ойоштороу пландарын әҙерләүгә вәкилдәр быйыл йыл аҙағында тотонасаҡ. Тораҡ пункттарын халыҡ иҫәбен алыу, инструкторлыҡ һәм иҫәп-хисап участкаларына бүлеү үткәреләсәк, иҫәп алыуҙы үткәреү өсөн талап ителгән персонал иҫәбе билдәләнәсәк. 2010 йылдың февраль-мартында Башҡортостан территорияһында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙең йыйылма ойоштороу планы төҙөләсәк.