11 декабрь, Йәкшәмбе

23 июнь 2009 йыл, 16:42

Эшҡыуарҙар өсөн методик ҡулланма

автор: Любовь Колоколова

Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт һәм "Рәсәй терәге" Дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы эшҡыуарҙар өсөн "Дәүләт заказы системаһында ҡатнашыу буйынса методик әсбап" тигән ҡулланма баҫып сығарҙы. Уны әҙерләүселәр — "Намыҫлы сауҙа өсөн" сауҙала ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеү үҙәге" фәнни предприятиеһы һәм "Рәсәй терәге" ойошмаһының дәүләт заказы буйынса комитеты.

Методик әсбапта дәүләт һәм муниципаль һатып алыуҙарҙа ҡатнашыу тәртибе, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль заказсыларҙың законһыҙ ҡарарҙарына ялыу биреү алымдары һәм тәртибе аңлатыла. Шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль һатып алыуҙар яһау өсөн норматив-хоҡуҡи база килтерелә, тип хәбәр итә "Рәсәй терәге" йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.