9 декабрь, Йома

23 июнь 2009 йыл, 16:40

Йәштәр сәйәсәте буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы

автор: Эльмира Сабирова

24 июндә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Йәштәр сәйәсәте буйынса ведомство-ара комиссияның быйылғы йылда икенсе ултырышы үтәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, был комиссия БР Президент Советының 2006 йылдың 29 ноябрендәге ҡарары менән йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса республика башҡарма власть органдары эшмәкәрлеген яраштырыу маҡсатында ойошторолғайны.

Был эшсе осрашыуҙың көн тәртибендә ике мәсьәлә билдәләнә — "2003-2010 йылдарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләргә республика дәүләт ярҙамы программаһы"н тормошҡа ашырыу барышы һәм "2012 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү" Федераль маҡсатлы программаһы сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә йәш ғаиләләргә һәм белгестәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү.