7 декабрь, Шаршамбы

23 июнь 2009 йыл, 16:38

Мәктәпте тамамлаусылар балы милиция һағы аҫтында үтәсәк

автор: Лиә Нәғимова

БР буйынса Эске эштәр министрлығының бөтә подразделениеларынан дүрт меңдән ашыу хеҙмәткәр бөгөнгө тәүлектә көсәйтелгән режимда эшләйәсәк — 23 июндә Өфө һәм республиканың башҡа ҡалалары мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре уҙасаҡ. Быйыл Башҡортостанда бөтәһе 30 мең самаһы уҡыусы мәктәпте тамамлауы тураһында аттестат аласаҡ.

Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сығарылыш балдары көндәрендә бәхетһеҙлек осраҡтарына һәм хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарға юл ҡуймау маҡсатында именлекте тәьмин итеү һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса бындай саралар йыл һайын күрелә.

Балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектәр хеҙмәткәрҙәре һәм участка милиционерҙары һәр уҡыу йортона беркетелгән. Улар мәктәп стеналарында һәм ҡала буйлап йөрөгәндә уҡыусыларҙың именлеген тәьмин итәсәк. Юлдарҙа ЮХХДИ-ның көсәйтелгән нарядтары ҡуйыласаҡ. Ҡала Советы, Салауат Юлаев һәйкәле алдындағы майҙан, Еңеү паркы, Дуҫлыҡ монументы һәм, ғәҙәттә, сығарылыш синыфы уҡыусылары барған башҡа традицион урындарҙы милицияның патруль-пост хеҙмәте айырым һаҡҡа аласаҡ. Бында милиция хеҙмәткәрҙәре 24 июнь иртәнге сәғәт 6-ға тиклем дежур итәсәк.

Шулай уҡ йәмәғәт тәртибен һаҡлауға хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендәге башҡа йәмәғәт берләшмәләре, шәхси һаҡ предприятиелары һәм ата-әсәләр комитеттары йәлеп ителәсәк.