4 декабрь, Йәкшәмбе

23 июнь 2009 йыл, 16:36

Истанбулда Башҡортостан мәҙәниәте көндәре уңышлы үтте

автор: Алик Шакиров

Уҙған аҙнала Истанбулда Башҡортостан мәҙәниәте көндәре үткәреү республиканың сәйәси һәм мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиғаларҙың береһе булды. Төркиәнең был боронғо ҡалаһында ул 18 июндән 21-енә тиклем барҙы. Делегацияға БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселек итте.

Истанбулға республика делегацияһы 18 июндә иртәнсәк килеп төштө. Көндөң икенсе яртыһында рәсми делегация ағзалары — Илдус Илешев, Юлай Ильясов, Румил Аҙнабаев, Рәсәйҙең Төркиәләге Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле Ҡаншаубей Мизиев, ғалимдар һәм башҡа рәсми кешеләр Ислам тарихын, мәҙәниәтен һәм сәнғәтен өйрәнеү буйынса халыҡ-ара ғилми-тикшеренеү үҙәгендә булды һәм уның генераль директоры Хәлит Эрен менән осрашты. Һөйләшеү бик ҡыҙыҡлы, йәнле барҙы, сөнки Хәлит Эрендың Башҡортостанда булғаны бар. Ул былтыр октябрҙә Өфөгә "Волга буйы-Урал төбәгендә ислам цивилизацияһы" халыҡ-ара симпозиумында ҡатнашыу өсөн килгәйне.

19 июндә Башҡортостан мәҙәниәте көндәре программаһына ярашлы Истанбул университетында Башҡортостандың Рәсәй составында автономия иғлан итеүенең 90 йыллығына арналған "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо. Сарала БР Президенты Хакимиәте, БР Хөкүмәте вәкилдәре, БР Фәндәр академияһы һәм республика юғары уҡыу йорттары ғалимдары, Истанбулдың фән һәм мәғариф өлкәһендә эшләүсе билдәле зыялылары ҡатнашты.

20 июндә Башҡортостан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә рәсми осрашыуҙар үткәрелде. Рәсәйҙең Истанбулдағы Генераль консуллығында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Рәсәйҙең Төркиәләге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Владимир Ивановский, РФ-тың Истанбулдағы Генераль консулы Александр Кривенко, Рәсәйҙең һәм Төркиәнең дипломатия, сауҙа вәкилдәре менән осрашты.

Кискә табан Истанбулдың үҙәгендәге Мәхмәт Акиф Эрсой паркында, бөтә донъяға билдәле Изге София ҡорамы һәм Зәңгәр мәсет янында, башҡорт милли байрамы — һабантуй башланды. Республиканың рәсми делегацияһы ағзалары, Төркиәнең төрлө төбәктәренән йыйылған яҡташтарыбыҙ менән бергә байрамда Төркиәнең власть органдары вәкилдәре, Рәсәйҙең һәм башҡа илдәрҙең дипломаттары ҡатнашты. Тамашасыларға Башҡортостандың сәнғәт оҫталары сығыштары тәҡдим ителде. Парк уртаһында башҡорт тирмәһе урынлаштырылғайны. Һабантуй ҡунаҡтарының барыһы ла башҡорт милли аш-һыуынан ауыҙ итте. Уйын программаһына арҡан тартышыу, көршәк ватыу, тоҡ кейеп йүгереү, тоҡ менән һуғышыу кеүек милли ярыштар индерелгәйне. Еңеүселәргә бүләккә башҡорт халыҡ көйҙәре, йырҙары, ҡурай һәм ҡумыҙ моңдары яҙҙырылған аудиодискылар, башҡорт балы һалынған сувенир һауыттар тапшырылды.

21 июндә Истанбулда Башҡортостандың Төркиәләге вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡорт халҡы тарихы һәм этнографияһы йортон асыу тантанаһы булды. Был йорт башҡорт халҡы, уның тарихы, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, республиканың бөгөнгө үҫеше хаҡында бай мәғлүмәткә эйә.

Истанбулда Башҡортостан мәҙәниәте көндәренең иң аҙағында республика рәсми делегацияһы ағзалары, ғалимдары Ҡараджаәхмәт зыяратына барып, Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең ҡәберенә сәскәләр һалды һәм бының менән башҡорт халҡының бөйөк улы, танылған ғалим-тюркологка тәрән ихтирам һәм хөрмәт күрһәтте.