3 декабрь, Шәмбе

23 июнь 2009 йыл, 16:34

"Рәсәй өмөтө" йәштәр премияһы раҫланды

автор: Любовь Колоколова

Рәсәй фәнни һәм инженер йәмәғәт ойошмалары союзы тарафынан фән һәм техника өлкәһендә йыл һайын бирелә торған "Рәсәй өмөтө" йәштәр фәнни-техник премияһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Премия инновацион бурыстарҙы хәл итеүҙә йәш, ижади һәләтле һәм үҙенсәлекле фекерләүсе фәнни һәм инженер кадрҙарҙы үҫтереү, тәрбиәләү һәм яҡлау маҡсатында булдырылды. "Рәсәй өмөтө" премияһы фәнни-техник процесты үҫтереүҙә йәш ғалимдарҙың һәм белгестәрҙең ҡаҙаныштарын юғары кимәлдә таныу булып тора.

Йыл һайын 10 "Рәсәй өмөтө" премияһы фән, технологиялар һәм техниканы үҫтереүҙең түбәндәге өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса биреләсәк: "Именлек һәм террорсылыҡҡа ҡаршы тороу", "Тере системалар", "Наносистемалар һәм материалдар индустрияһы", "Мәғлүмәт-телекоммуникация системалары", "Перспективалы ҡоралдар, хәрби һәм махсус техника", "Тәбиғәттән рациональ файҙаланыу", "Транспорт, авиация һәм космос системалары", "Энергетика һәм энергияны һаҡлау".

БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, "Рәсәй өмөтө" премияһы аҡсалата бүләкләү, лауреат дипломы һәм иҫтәлекле билдәһенән тора. Премия бер дәғүәсегә лә (100 мең һум күләмендә), шулай уҡ иң күбе өс кешенән торған дәғүәселәр коллективына ла (150 мең һум суммаһында) бирелеүе мөмкин.