3 декабрь, Шәмбе

23 июнь 2009 йыл, 16:33

Республикала эш хаҡы буйынса бурыс кәмей

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә эш хаҡы буйынса бурысты ҡайтарыу мәсьәләләре буйынса Ведомство-ара координацион совет ултырышында эш хаҡы буйынса бурысты бөтөрөү барышы тикшерелде.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов хәбәр итеүенсә, дөйөм алғанда, республика буйынса июнь башынан эш хаҡы түләү менән хәл яҡшырған. Эш хаҡы буйынса бурыс күләме 1,2 тапҡырға кәмегән һәм хәҙер 82,2 миллион һум тәшкил итә. Хеҙмәтсәндәренә эш хаҡы түләү буйынса бурысы булған предприятиелар һаны ай башынан алып 27 процентҡа кәмене. Эш хаҡын ваҡытында алмаған хеҙмәткәрҙәр һаны 8356 кешенән 6973-кә тиклем кәмене.

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ҡалаларҙа һәм райондарҙа хәл ҡатмарлы булып ҡала. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта июндең тәүге ун көнлөгөндә хеҙмәткәрҙәр алдында бурыс 4,5 тапҡырға артты.

Эш хаҡы буйынса бурысты бөтөрөү тураһында отчет яһау өсөн ултырышҡа ҡайһы бер предприятиелар етәкселәре лә саҡырылғайны.