Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рәхмәт хаты килде

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте Өфө мәҙәниәт йортоноң ижади коллективынан хат килде. Унда Истанбул ҡалаһында Халыҡ-ара һаңғырауҙар фестивалендә ҡатнашыу өсөн коллективҡа финанс ярҙамы күрһәткән өсөн рәхмәт белдерелә.

Хатта, атап әйткәндә, шулай тиелә:

"Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Был фестивалдә беҙ иң яҡшылары булдыҡ, сығыштарыбыҙ уның тарихында сағыу бит булып ҡалды. Беҙ Башҡортостан үҙешмәкәр мәҙәниәтенең юғары абруйын тағы ла бер тапҡыр иҫбат иттек.

Яҡшылыҡ һәм изгелек ҡылыу — ошо юғары төшөнсәләр Һеҙ булышлыҡ иткән социаль әһәмиәтле, бик кәрәкле эште тулыһынса сағылдыра. Ярҙамығыҙ Башҡортостандағы цивилизация һәм социаль-иҡтисади үҫеш кимәленең мөһим күрһәткесе булып тора.

Уртаҡ тырышлығыбыҙ һөҙөмтәһендә ишетеү һәләте буйынса инвалидтар ижади ҡеүәтен асыу һәм тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә эйә булыу, аралашыуға ғәйәт ҙур ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү генә түгел, шулай уҡ халыҡ-ара гуманитар бәйләнештәрҙе нығытыу эшенә ҙур өлөш индерҙе.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы, беҙ йәшәү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тиң мөмкинлектәр булдырған һәм уларҙың ижади реабилитацияһына, социаль интеграцияһына бөтә яҡлап булышлыҡ иткән өсөн рәхмәтлебеҙ".

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть