Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Истанбулда Башҡортостан мәҙәниәт көндәре үтәсәк

Сәйәсәт

Республика делегацияһы бөгөн иртәнсәк 18-21 июндә Истанбулда үтәсәк Башҡортостан мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыу өсөн Төркиәгә осто.

Делегация составында — Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республиканың сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев, Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, башҡа рәсми кешеләр — БР Хөкүмәте ағзалары, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре.

Делегацияны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкләй, ул Истанбулға Юрий Пустовгаров һәм Павел Качкаев менән бергә һуңыраҡ осасаҡ.

Истанбулда БР Мәҙәниәт көндәре программаһында Джэмаль Рашид Рэй концерт залында Башҡортостан сәнғәт оҫталарының ҙур концерты, Башҡортостан Республикаһының Төркиә Республикаһындағы Вәкиллеге ҡарамағында Башҡорт халҡының тарих һәм этнография йортон асыу тантанаһы, Рәсәй составында Башҡортостан автономияһын иғлан итеүҙең 90 йыллығына арналған түңәрәк өҫтәл үткәреү ҡаралған. Истанбулдың үҙәгендә, Мәхмет Акиф Эрсой паркында, башҡорт милли байрамы — һабантуй үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть