7 декабрь, Шаршамбы

18 июнь 2009 йыл, 17:10

Чебоксарҙа дәүләт-шәхси партнерлыҡ тикшерелде

автор: Марият Артюхова

Башҡортостан вәкилдәре Чебоксарҙа үткән "Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Көрсөккә ҡаршы саралар программаһын тормошҡа ашырыу шарттарында дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдары" халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашты. Волга буйы федераль округы субъекттары вәкилдәре менән бергә улар өҫтөнлөклө төбәк проекттарына инвестицияларҙы, Волга буйы федераль округы төбәктәренең йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереүгә ихтыяждарҙы, дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттары баҙарын үҫтереү өсөн ойошҡан потенциал булдырыу, төбәк инфраструктураһын үҫтереүҙең финанс-ойоштороу моделдәрен тикшерҙеләр. Конференция эшендә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота ҡатнашты.