10 декабрь, Шәмбе

18 июнь 2009 йыл, 17:08

Дәүләт Йыйылышының 15-се ултырышы башланды

автор: Николай Ермоленко

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 15-се ултырышы башланды. Унда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Дәүләт Думаһы депутаттары һәм РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзалары, республиканың суд, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре, БР Президенты Хакимиәте, БР Дәүләт Йыйылышы Секретариаты һәм БР Хөкүмәте Аппаратының яуаплы хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт берләшмәләре етәкселәре, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.

Депутаттар ултырыштың эшсе органдарын һайланы һәм көн тәртибен раҫланы, уға 44 мәсьәлә индерелде, шул иҫәптән 33 республика һәм ете федераль закон проектын ҡарау. Депутаттар беренсе уҡыуҙа ҡараясаҡ Башҡортостан Республикаһының 17 Закон проекты араһында — "Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдағы бюджеты үтәлеше тураһында", "Башкортостан Республикаһының Республика мотлаҡ медицина страховкалауы фондының 2008 йылдағы бюджеты үтәлеше тураһында", "Башҡортостан Республикаһының 2009 йылға бюджеты тураһында" Башкортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында" һәм "Башҡортостан Республикаһында бюджеттан тыш мөнәсәбәттәр тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында" закон проекттары.

Депутаттарға Башҡортостан Республикаһы закондарына коррупцияға ҡаршы экспертиза үткәреү, мировой судья һайлау һәм Дәүләт Йыйылышы депутаттарының береһенең вәкәләттәрен туҡтатыу тураһындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү бурыстары тора; Татарстан Республикаһы Дәүләт Советының Рәсәй етәкселегенә Европа Төбәктәр телдәре хартияһын йәки аҙ һанлы милләттәр телдәрен ратификациялау тураһында тәҡдиме менән мөрәжәғәтенә Башҡортостан парламенты депутаттарының мөнәсәбәте айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.