5 декабрь, Дүшәмбе

18 июнь 2009 йыл, 17:07

Йыл аҙағына тиклем Өфөлә ике яңы дауалау учреждениеһы тапшырыласаҡ

автор: Елена Макушина

Йыл аҙағына тиклем Өфөлә Сипайлово биҫтәһендә 5-се балалар поликлиникаһы филиалы һәм 17-се дауахананың хирургия корпусы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был турала баш ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр иттеләр.

Быйыл Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау системаһы яңы дауалау- профилактика учреждениелары менән тулыланды — Дим районында 3-сө ҡала клиник дауаханаһы, Орджоникидзе районында 2-се поликлиника барлыҡҡа килде.