4 декабрь, Йәкшәмбе

18 июнь 2009 йыл, 17:04

1 июлдән газға тарифтар күтәрелә

автор: Марият Артюхова

1 июлдән тәбиғи газға ваҡлап һатыу хаҡтары күтәрелә. Әйтергә кәрәк, был инде йыл башынан алып өсөнсө тапҡыр хаҡтар күтәрелеү.

Киләһе айҙан газ ҡулланыу иҫәпкә алыу приборҙары булғанда бер кубометры 2 һум 37 тин торасаҡ. Әгәр зәңгәр яғыулыҡ торлаҡ биналарын йылытыу өсөн файҙаланылһа — кубометры 1 һум 74 тин, әгәр үҙәкләштерелгән эҫе һыу менән тәьмин итеү булмаһа, аш-һыу әҙерләүгә һәм һыу йылытыуға — 3 һум 62 тин.

Апрелдән был тарифтар 2,26, 1,61 һәм 3,49 һум ине.

Газға киләһендә 1 октябрҙән хаҡтар арттырыласаҡ. Улар июль айындағынан 11, 7 һәм 18 тингә артасаҡ.