3 декабрь, Шәмбе

18 июнь 2009 йыл, 17:02

Рәсәй-ғәрәп эшлекле советы Өфөлә

автор: Марият Артюхова

Бөгөн Өфөлә Рәсәй-ғәрәп эшлекле советын презентациялау үтте. Совет директоры урынбаҫары Владислав Луценко әйтеүенсә, уның эшендә Башҡортостан – мосолман динле халыҡтар өҫтөнлөк иткән республика – төп урындарҙың береһен биләргә тейеш.

Ғәрәп донъяһының Рәсәйгә иғтибары осраҡлы түгел. Илебеҙ тәбиғи ресурстарға ғына түгел, төрлө инновацияларға ла бай. Мәҫәлән, бөгөн Сәғүд Ғәрәбстаны менән атом энергияһын тыныс файҙаланыу өлкәһендә хөкүмәт-ара килешеү проекты эшләнә. Икенсе миҫал — ГЛОНАСС глобаль навигация системаһын булдырыу.

— Көрсөк ике яҡлы хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итә, — ти Владислав Луценко. — Шуға күрә совет урындарҙа иғтибар йәлеп итеү өсөн төбәктәргә юлланды. Өфөгә тиклем бындай осрашыу Санкт-Петербургта үтте, сиратта — Новосибирск.

Бөгөн советтың төп маҡсаты — Рәсәй бизнесын быйыл октябрҙә Сәғүд Ғәрәбстанында үтәсәк Рәсәй күргәҙмәһендә һәм Рәсәй-Сәғүд бизнес-форумында ҡатнашыуға ҡыҙыҡһындырыу. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселеге менән республикабыҙ предприятиеларының был сараларҙа ҡатнашыуы тураһында килешеүгә өлгәшелде лә инде.

Презентацияла республика предприятиелары һәм бәләкәй бизнесы вәкилдәре ҡатнашты. Улар Луценкоға байтаҡ һорауҙар бирҙе, шул иҫәптән ауыл хужалығы, дәүләт-ара мөнәсәбәттәр, мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә хеҙмәттәшлек хаҡында.