11 декабрь, Йәкшәмбе

18 июнь 2009 йыл, 16:59

Рәсәй нейрохирургтары Өфөлә йыйыласаҡ

автор: Елена Макушина

22 июндән 25-енә тиклем Өфөлә Рәсәй нейрохирургтарының V съезы үтәсәк. Бынан алдағы съездар Екатеринбургта, Түбәнге Новгородта, Санкт-Петербургта һәм Мәскәүҙә үтте. Cъезды тантаналы асыу 23 июндә Конгресс-холда үткәрелә.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте вәкиле Лира Исхаҡова хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 600-ҙән ашыу делегат килеүе көтөлә.

Съездың төп ғилми темалары — ауыр баш һөйәге-мейе имгәнеүе, умыртҡа бағанаһы һәм арҡа мейеһе сирҙәре һәм имгәнеүе, ҡан тамырҙары нейрохирургияһы, нейроонкология, балалар йәшендәге нейрохирургия, периферик нервы системаһы хирургияһы, функциональ нейрохирургия, реконструктив һәм пластик нейрохирургия, нейрохирургик ауырыуҙарҙы реабилитациялау.