11 декабрь, Йәкшәмбе

08 июнь 2009 йыл, 16:43

Өфөлә реконструкциялағандан һуң балалар баҡсаһы асыла

автор: Эльмира Сабирова

Баш ҡаланың Октябрь районында капиталь ремонттан һәм реконструкциялағандан һуң 248-се балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен киң асасаҡ. Ул Рәсәй көнөн, Салауат Юлаев һәм Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыуҙың 435 йыллығы көндәрен байрам итеү алдынан асыла.

Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы 140 балаға иҫәпләнгән. Бында музыка һәм физкультура залдары, изостудия, театр студияһы, сенсор бүлмәһе бар.

Балалар баҡсаһына "Башҡортостан" сауҙа үҙәге һәм СССР-ҙың 50 йыллығы урамы районында йәшәгән балалар йөрөйәсәк, тип планлаштырыла. Ҡала хакимиәтендә, был бер ни тиклем Сипайловолағы балалар баҡсаларын да бушатыр, тип иҫәпләйҙәр.

Бөгөн Өфөнөң балалар баҡсаларына 17 меңгә яҡын сабый сиратта тора.

Реконструкцияланған 248-се мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеһын асыу шишәмбе, 9 июнгә, планлаштырыла.