8 декабрь, Кесе йома

08 июнь 2009 йыл, 16:40

Предприятиелар техник ҡоралландырыуға субсидия ала аласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән федераль бюджеттан ватан автомобилдәр эшләү һәм транспорт машиналары эшләү ойошмаларына субсидиялар биреү ҡағиҙәләре раҫланды.

Һүҙ бында 2008-2009 йылдарҙа Рәсәй кредит ойошмаларынан, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы ҡатнашҡан халыҡ-ара килешеүҙәргә ярашлы төҙөлгән халыҡ-ара финанс ойошмаларынан алынған кредиттар буйынса проценттарҙы түләүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарыу тураһында бара. Кредиттар ҡайтанан технологик ҡоралландырыуға йүнәлтелергә тейеш.

БР Сәнәғәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, субсидиялар квартал һайын ойошманың кредит буйынса иҫәп-хисап осоронда проценттарын түләүгә сығымдары суммаһының өстән ике өлөшө күләмендә бирелә. Мотлаҡ шарт: кредит средстволары предприятиеларҙы ҡайтанан технологик ҡоралландырыуға ғына файҙаланыла.