7 декабрь, Шаршамбы

08 июнь 2009 йыл, 16:35

Изгелек һәм мәрхәмәтлелек байрамы менән!

«Башинформ»

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов социаль хеҙмәткәрҙәрҙе бөгөн билдәләнгән һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Аҫта ошо ҡотлау тексын бирәбеҙ.

"Халыҡты социаль яҡлау системаһының хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ — Cоциаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән ихлас ҡотлайым!

Һоҡланғыс, бөтә йәмғиәткә кәрәкле был байрам беҙҙең тормошҡа ныҡлы үтеп инде. Ул изгелек һәм мәрхәмәтлелек көнөнә әүерелде. Беҙ үҙенең көндәлек хеҙмәте менән тормош ауырлыҡтарын еңеүҙә ветерандарға, өлкән йәштәге граждандарға һәм инвалидтарға терәк булғандарҙы, етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар хаҡында хәстәрлек күреүселәрҙе, граждандарҙың аҙ яҡланған категорияларына ярҙам итеүселәрҙе хөрмәтләйбеҙ.

Башҡортостанда халыҡты социаль яҡлау традиция булараҡ дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше булып тора. Бөгөн республиканың һәр өсөнсө кешеһе тиерлек теге йәки был социаль ярҙам сараһына йәлеп ителгән. Бының өсөн беҙҙә тейешле хоҡуҡи нигеҙ булдырылған, айырым маҡсатлы программалар һәм социаль йүнәлештәге концепциялар уңышлы тормошҡа ашырыла. Социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһының матди-техник базаһы планға ярашлы нығытыла. Социаль пособиелар һәм төрлө компенсациялар түләү өсөн бүленгән финанс средстволары күләме йылдан-йыл арта.

Ошо изге эштә социаль хеҙмәткәрҙәрҙең юғары профессионализмынан тыш ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкин түгел. Яҡындарығыҙға һөйөүегеҙ һәм тирә-яҡтағыларға үҙегеҙҙең эскерһеҙ иғтибарығыҙ менән һеҙ иртәгәһе көнгә ышаныс уятаһығыҙ, изге һүҙегеҙ һәм эшегеҙ менән меңдәрсә кешеләргә ярҙам итәһегеҙ.

Социаль өлкәнең хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре! Изгелек һәм һөнәрегеҙгә тоғролоҡ, күңел йылылығы һәм кешеләр яҙмышына битараф булмауығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт.

Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, еңел булмаған, әммә тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй файҙаһына кешеләр өсөн бик кәрәкле хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".