7 декабрь, Шаршамбы

08 июнь 2009 йыл, 16:32

Президент Ейәнсура районында йөрөп ҡайтты

автор: Ольга Горюнова

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов 6 июндә эш сәфәре менән Ейәнсура районына барып ҡайтты. Был көндө район үҙәге Иҫәнғолда тантаналы рәүештә "Салауат" физкультура-сәләмәтләндереү комплексы асылды. Комплекс 3500 квадрат метр майҙанды биләй, унда ике бассейн, спорт, теннис, тренажер һәм фитнес залдары, бильярд һәм шахмат клубтары, массаж кабинеты, боксерҙар рингы һәм башҡа секциялар урынлашҡан. Төҙөлөшкә 119 миллион һум аҡса тотонолған.

Комплексты асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин, "Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Николай Курапов, "Система-Инвест" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Виктор Ганцев ҡатнашты.

Ейәнсура районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин, йөҙәрләгән малай һәм ҡыҙҙарҙың хыялы тормошҡа ашты, тип билдәләне. Физкультура-сәләмәтләндереү комплексын асыу — район өсөн ҙур ваҡиға, тине Президент.

Был көндө, Башҡортостандың башҡа бик күп төбәктәрендәге кеүек, Ейәнсура районында ла һабантуй үтте. Мортаза Рәхимов ейәнсураларҙы яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамлауҙары менән ҡотланы. Һуңынан иң яҡшы эшсәндәргә дәүләт наградалары тапшырылды.

Аҙаҡтан иң күңелле тамашалар — спорт ярыштары башланды.