8 декабрь, Кесе йома

05 июнь 2009 йыл, 17:42

Мортаза Рәхимов Александр Ананенков менән осрашты

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

5 июндә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте Идараһы рәйесе урынбаҫары Александр Ананенков менән осрашты.

Республиканың "Газпром" концерны менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә алып барылған эшмәкәрлектәрен киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде. Мортаза Рәхимов менән Александр Ананенков килешеүҙе тормошҡа ашырыу барышын ыңғай баһаланы. Атап әйткәндә, Башҡортостанда газ үткәреү кимәле юғары булыуы һәм "Газпром" акционерҙар йәмғиәтенең социаль инфраструктураны үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе билдәләнде. Мортаза Рәхимов фекеренсә, республиканың "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлеге Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәтен артабан нығытыуға һәм уның энергетик именлеген тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк.

Шулай уҡ Башҡортостан предприятиеларында "Газпром" акционерҙар йәмғиәтенең инвестицион программаларын тормошҡа ашырыу тураһында ла һүҙ алып барылды.

Осрашыуҙа "Газпром трансгаз Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Пашин ҡатнашты.